175-се гимназияла атыш ойошторған “Ҡазан уҡсыһы” Илназ Ғәләүиевты Мәскәү ҡалаһының “Бутырка” СИЗО-һына алып килгәндәр. Яҡын арала уны Мәскәү ҡалаһындағы В.П.Сербский исемендәге институтҡа психилог-психиатр тикшереүе үткәрер өсөн ебәрәсәктәр. Был туралаизоляторға тикшереү менән килгән Йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһының яуаплы секретары Алексей Мельников хәбәр итә: “Ғәләүиев Мәскәү СИЗО-һында ике урынлы камерала тотола, уның күршеһе ауыр тән йәрәхәттәре яһауҙа ғәйепләнә. Ғәләүиев үҙен тыныс тота, үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Тик Ҡазандан алып килгәс ул кешеләргә һәм рәшәткәләргә ташланған, үҙен "Алла" тип атаған”.