2020-2021-се уҡыу йылында Ейәнсура районы башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класын 26 уҡыусы тамамланы. Уларҙың барыһына ла төп белем мәктәбен тамамлау тураһында аттестат тапшырылды. Алты уҡыусы өлгөлө аттестатҡа эйә булдылар, дүрт уҡыусы башланғыс класс уҡытыусыһы Хәсәнова Миңһылыу Иҙрис ҡыҙының сығарылыш уҡыусылары.
"Уҡыусыларым башланғыс кластарҙа ла әүҙем, тырыш, булдылар. Киләсәктә лә уңыштар ғына юлдаш булһын", - тип теләктәрен еткерә беренсе уҡытыусылары Миңһылыу Иҙрис ҡыҙы.