Йәмғиәт Общество
17 Июня 2021, 04:55

Башҡорт телендәге был мобиль ҡушымта - Рәсәйҙәге тәүге!

Башҡортостанда йәшәгән 3 500-ҙән ашыу кешенең ишетеү һәләте түбән. Башҡортса ым-ишара теле һәм дактиль алфавит мобиль ҡушымта - тап шулар өсөн булдырылған.

Башҡортостанда йәшәгән 3 500-ҙән ашыу кешенең ишетеү һәләте түбән. Башҡортса ым-ишара теле һәм дактиль алфавит мобиль ҡушымта - тап шулар өсөн булдырылған. Был ым-ишара алфавиты Рәсәйҙә милли телдә сығарылғандарҙың тәүгеһе.
Мобиль ҡушымтаның "Башҡорт дактиль алфавиты" бүлегендә 42 дактиль график һәм анимация менән күрһәтелә. Шулай уҡ алфавиттың һәр хәрефенә сурдотәржемә менән һүҙҙәр рус һәм башҡорт телендә әйтелә.
Ҡушымтала төрлө тормош хәлдәренә, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәргә бәйле 50 тема, 500-ҙән ашыу фраза бирелгән.
Проект Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Читайте нас