Йәмғиәт Общество
17 Июня 2021, 10:13

Иманы ныҡтың - милләте ныҡ

Бөгөн Байыш ауылы мәсете ихатаһында өмә эштәре башҡарылды

Бөгөн Байыш ауылы мәсете ихатаһында өмә эштәре башҡарылды. Бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар сәскәләргә һыу һибеп, ҡый үләндәренән утап, тәртипкә килтерҙе.
Иртән иртүк сәғәт 7-ләр тирәһендә бергә йыйылышып, ике сәғәт эсендә башҡараһы эштәрҙе атҡарып та сығарҙыҡ. Ихата эсе күркәм, таҙа булып ҡалды. Үҙ ваҡыттарын бүлеп, үҙ эштәрен ситкә ҡуйып, иртә менән килеп эшләшкән ханымдарға ҙур рәхмәт, Аллаһ Тәғәлә риза булып сауаптарын күпләп ҡайтарһын! Әмин!
Флүрә Кашбуллина сәхифәһенән.
Автор фотолары.
Читайте нас