Йәмғиәт Общество
18 Июня 2021, 09:29

Урланған аттарға ҡатынының инициалдарын һуҡҡан

Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Баймаҡ районында 49 йәшлек хужа, аттары ҡайтмағас, полицияға мөрәжәғәт итә.
Урлауҙа шикле кешене табып, полиция бүлегенә алып киләләр. Ул ҡарышып тормай, енәйәт хаҡында һөйләй.
Был 38 йәшлек ир аттарҙың билдәһе (тавро) булмауын күреп, уларҙы үҙләштерергә була. Билдә итеп үҙенең ҡатынының инициалдарын һуға.
Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас