Йәмғиәт Общество
21 Июня 2021, 13:50

#аш_һыу

Сәй табынына тәмле генә перәниктәр.

Рецепт:
-350 гр кефир, йә ҡатыҡ;
- 1 стакан шәкәр ҡомо (тулыр -тулмаҫ) ;
- 2 йоморҡа, ошо йомортҡаларҙың береһенең ағы әҙер перәникте глазурлау өсөн кәрәк буласаҡ;
- ярты сәй ҡалағы сәй содаһы;
- 3-4 аш ҡалағы шыйыҡ май;
- 2,5-3 стакан он;
- ваниль;

Глазурь (помадка) өсөн:
- 1 йомортҡа ағы;
- 4-5 аш ҡалағышәкәр пудраһы.

Эш барышы :
Кефирҙы шәкәр менән аҙ ғына болғатып алабыҙ, шуға йомортҡа + йомортҡа һарыһын + үҫемлек майын һалабыҙ. Яҡшылап болғатып алабыҙ. Ошо массаға он + ваниль + соданы бергә иләк аша иләп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр бик ҡаты ла йомшаҡ та булмаҫка төйеш.
Ҡамырҙы йәйеп, стакан менән ҡырҡып сығабыҙ. Пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға теҙәбеҙ. Ҡыҙған духовкага ҡуйып, 30 - 35 минут бешереп алабыҙ.
Бешерергә ҡуйғас, глазурь әҙерләйбеҙ. Йомортҡа ағын аҡ төҫкә ингәнсе болғатып аҙ-аҙлап шәкәр онын һалып ап-ак төскә кергәнче болғатыуҙы дауам итәбеҙ. Бешеп сыҡҡан прәниктәрҙе духовканан алып, глазурь менән бутап, тарелкаға өйөп ҡуябыҙ.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас