Великобританияның Лидсе ҡалаһында йәшәгән 49 йәшлек Джейсон Келк коронавирус менән ауырып киткәс, дауаханаға оҙатыла. Әммә ИВЛ да, табиптарҙың тырышлығы ла уның хәлен яҡшыртмай. 10 ай дауахананың интенсив палатаһында бер хәрәкәтһеҙ ятҡан пациен, шәбәймәгәс, Ковид-19-ҙы еңә алмаҫын аңлай һәм ғүмеренең һуңғы көндәрен палатала түгел, ә яҡындары янында үткәрергә теләп, дауаланыуҙан баш тарта.