Йәмғиәт Общество
21 Июня 2021, 09:55

Роспотребнадзор эш сәғәтен ҡыҫҡартырға кәңәш итә

Эш бүлмәһәендә температура 28,5 градустан артһа...

Роспотребнадзор эш бүлмәһендә температура 28,5 градустан күтәрелһә, эш көнөн - бер, 29 градустан күтәрелгән осраҡта - ике, 30,5 градустан артып киткәндә 4 сәғәткә ҡыҫҡартырға кәңәш бирә.
Асыҡ һауала температура 32,5 градус һәм юғарыраҡ булғанда 20 минут эшләгәс, һалҡынса бүлмәлә 10 минут самаһы ял итергә кәрәк, ти белгестәр. Бындай көндә тышта эшләгәндәргә әгәр ҡояштан һаҡлаусы махсус кейемдә булһалар - 4-5 сәғәт, махсус кейем булмаһа 1,5-2 сәғәт эшләргә мөмкин. Шулай уҡ Роспотребнадзор 32,5 градустан юғары температурала эшләү - хәүефле тип иҫәпләнә. шуға ла көн тәртибен ҡарап, эште йә иртәнсәккәрәк, йәки кискәрәк күсерергә мөмкин. Бындай шарттарҙа 25 йәштән йәшерәктәр һәм 40 йәштән өлкәндәргә кәңәш ителмәй.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас