22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнендә, теүәл 80 йыл элек, Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын улын һәм ҡыҙын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Республиканан 278 яугир һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. Аяҙ күк, азатлыҡ бүләк иткән батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ!