Йәмғиәт Общество
22 Июня 2021, 06:35

Ҡан һәм күҙ йәштәре менән яҙылған көн

Иҫәнғол ауылының Чекмарев исемендәге паркында бөгөнгө датаға бағышланған митинг булды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин, Иҫәнғол ауыл биләмәһе башлығы Роберт Мәсәғүтов, отставкалағы подполковник Рафаэль Таиров һәм йәмәғәтселек, уҡыусылар ҡатнашты.

Иҫәнғол ауылының Чекмарев исемендәге паркында бөгөнгө датаға бағышланған митинг булды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин, Иҫәнғол ауыл биләмәһе башлығы Роберт Мәсәғүтов, отставкалағы подполковник Рафаэль Таиров һәм йәмәғәтселек ҡатнашты.
Тыныслыҡ өсөн ҡулына ҡорал алған яугирҙәр, тылда көн менән төндө ялғап эшләгән хеҙмәтсәндәр оло хөрмәт менән телгә алынды. Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелискыға, тыл ветерандары, һуғыш балалары иҫтәлегенә асылған һәйкәлгә венок һәм сәскәләр һалынды.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас