Йәмғиәт Общество
22 Июня 2021, 09:15

Атай кәрәк, кәрәк балаларға, юл күрһәтер өсөн бәхеткә

Атай! Ябай ғына был һүҙгә күпме изгелек, көс-ғәйрәт, ышаныс һыйған. Атай тәрбиәһе, абруйы һәм кәңәше баланың үҫешендә бик ҙур роль уйнап ҡына ҡалмай, ул һәр ваҡыт ярҙамға әҙер булған дуҫ та, остаз да. Сирғол ауылында йәшәүсе Сәлимгәрәй Мирхәйҙәр улы Аҙнағолов та ана шундай, үҙенең балалары өсөн тормош юлын маяҡ кеүек яҡтыртыусы, бик күптәргә өлгө һәм үрнәк булырҙай атай.

Атай! Ябай ғына был һүҙгә күпме изгелек, көс-ғәйрәт, ышаныс һыйған. Атай тәрбиәһе, абруйы һәм кәңәше баланың үҫешендә бик ҙур роль уйнап ҡына ҡалмай, ул һәр ваҡыт ярҙамға әҙер булған дуҫ та, остаз да. Сирғол ауылында йәшәүсе Сәлимгәрәй Мирхәйҙәр улы Аҙнағолов та ана шундай, үҙенең балалары өсөн тормош юлын маяҡ кеүек яҡтыртыусы, бик күптәргә өлгө һәм үрнәк булырҙай атай.
Сәлимгәрәй олатай менән Мәрйәм инәйҙең бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бәләкәйҙән ололар менән бер рәттән эшләп, бик эшсән, талапсан булып үҫәләр. Ике уңған ҡорған ғаилә лә бик емешле була. Һигеҙ балаға – дүрт ул һәм дүрт ҡыҙға ғүмер бүләк итә улар. Олатай ҙа, инәй ҙә бар ғүмерен хеҙмәттә үткәрә. Ҙур ғаилә, колхоз эше… Шуның араһында ауылдаштарына ярҙам итергә лә өлгөрә Аҙнағоловтар. Замандаштары уларҙы һуғым оҫтаһы, шәп мейес сығарыусы итеп белгән. Бала тәрбиәләйем, тип ултырмаған улар, ә ул-ҡыҙҙарын үҙҙәре өлгөһөндә, эшһөйәр, егәрле, кешелекле, ярҙамсыл итеп тәрбиәләгән.
Бөгөн Аҙнағоловтарҙың дүрт улы ла – Айҙар, Илдар, Фәнил һәм Рәфис тә тыуған ауылында йәшәүе маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, олатай менән инәй уларҙың һәр ҡайһыһын өйлө иткән. Ә ҡыҙҙары Роза – Саҙалыла, Әнзинә – Үрге Бикбирҙелә, Гөлсинә – Күгәрсендә, Гөлфиә Трушин ауылында матур ғаиләләр ҡороп, йәшәп ята. Райондың төрлө ауылдарында йәшәһәләр ҙә улар берҙәм һәм бик татыуҙар. Үҙҙәренең хеҙмәттәре, райондың мәҙәни, спорт һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүе менән дә яҡшы билдәле Аҙнағоловтар. Был һөҙөмтәләрҙең барыһының да нигеҙендә ғаиләлә алған тәрбиә ята.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2003 йылда Мәрйәм инәй мәрхүм була. Пар ҡанаты һынған Сәлимгәрәй олатайҙың берҙән-бер таянысы – балалары ҡала. Ул бөгөн дә балаларына төп кәңәшсе, рухи маяҡ булһа, балалары уның өсөн оло ғорурлыҡ, терәк-таяныс.
Атайлы бала – арҡалы, тиҙәр. Ысынлап та, хатта үҙеңдең балаларың булһа ла, һаман атай ярҙамына мохтажһың икән. Арҡа терәр атайыбыҙ булғас, үҙебеҙҙе ышаныслыраҡ тоябыҙ, – тиҙәр олатайҙың балалары.
Туҡһанды ваҡлаған Сәлимгәрәй олатайға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Балаларының изгелеген, игелеген күреп йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас