Билдәле булыуынса, Әбйәлил районында 19 июндән 20-һенә 78 йәшлек ҡатын туғандары менән тыуған көнөн байрам итеп ултырған.
Иҫерешеп алған балалары һәм ейәндәренең тәртибе ҡатынға оҡшамай. Ул ҡыҙына һәм ике ейәненә иҫкәрмә яһай. Был конфликты тик ҡыҙҙырып ҡына ебәрә.
Бирләнгән ейәне өләсәһенә бысаҡ менән сәнсә. Алған йәрәхәттәрҙән ҡатын үлә. Туғандары енәйәт эҙҙәрен йәшерергә тырыша: иҙәндәрҙе йыуып сығалар, ҡатындың кейемдәрен юҡ итәләр.
Мәйетте иртәгеһенә күршеләре табып ала. Улар хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итеүҙәренсә, төндә ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелгән, тик бындай бәлә булырын күҙ алдына ла килтерә алмағандар.
Өләсәһен үлтергән ейәне ҡасырға маташа, уны Магнитогорск ҡалаһында ҡулға алалар. Билдәле булыуынса, быға тиклем ул хөкөм ителгән булған.