Йәмғиәт Общество
25 Июня 2021, 13:35

26 йәшлек ҡатынды 14 йәшлек күршеһен урлаған өсөн хөкөм иткәндәр

"Шәп" апай туғанына уны ҡыйырһытыусынан үс алышҡан

Рязань өлкәһенең Сасово ҡалаһында 26 йәшлек ҡатын үҙенең кесе туғаны менән 14 йәшлек күршеһен урлаған. Асыҡланыуынса, үҫмерҙәр низағлашҡан булған. Ҡатын күршеһенә психологик баҫым яһап, ҡурҡытып, машинаһында кеше йөрөмәгән ергә алып барған. Унда бәлиғ булмаған туғаны ҡыйырһытыусыны туҡмаған.
Был енәйәт өсөн ҡатынды хөкөм итеп, шартлы срок биргәндәр, енәйәт сараһы булған автомобилде конфискациялағандар.
Үҙәк баҫмаларҙан.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас