Йәмғиәт Общество
25 Июня 2021, 11:35

"Бөтәһен дә шартлатам!"

Өфөнөң Максим Горький урамында йәшәгән ир экстрен хеҙмәттәргә шылтыратып, шулай тип белдергән.

Өфөлә бер ир йортто шартлатам тип янаған. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, баш ҡаланың Максим Горький урамында йәшәгән ир экстрен хеҙмәттәргә шылтыратып, бөтәһен дә шартлатам тип белдергән, ә нимә менән шартлатырға йыйыныуын әйтмәгән. Билдәле булыуынса, күрһәтелгән адресҡа көс структуралары килгән. Социаль селтәргә һалынған видеола күренеүенсә, икенсе ҡаттағы лоджияға баҫҡыс ҡуйғандар, хоҡуҡ һаҡлаусылар шуның буйлап менеп бара, йәнәһе штурм булған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, полицейскийҙар фатирҙа иҫерек ирҙе тапҡан.
«Ул полиция бүлегенә килтерелгән. Хәҙер тикшереү бара», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас