Банкалағы итте ашҡа һалырға, “флотса” макарон бешерергә йәки картуф быҡтырырға мөмкин. Бәлеш, ҡоймаҡ эслегенә лә, ҡарабойҙай бутҡаһына ла ҡушырға була. Бер һүҙ менән әйткәндә, нимәгә генә ҡушһағыҙ ҙа бик тәмле, иң мөһиме –әҙерләүе тиҙ буласаҡ. Сөнки фаршты иретеп тороу кәрәкмәй – ул әҙер!