Йәмғиәт Общество
26 Июня 2021, 09:05

Иҫәнғолдағы бер магазин директоры яуаплылыҡҡа тарттырылған

Прокурорҙың талабы буйынса “Пятерочка” магазинының директоры ҡулланыусыларҙы алдағаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Прокурорҙың талабы буйынса “Пятерочка” магазинының директоры ҡулланыусыларҙы алдағаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Ейәнсура районы прокуратураһы үткәргән тикшереүҙәр барышында, Иҫәнғолдағы “Пятерочка” магазинында тауарҙарҙың кәштәлә күрһәтелгән хаҡтары чектағыларынан айырылыуы асыҡлана. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, был магазин директоры вазифаһынан бушатыла, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 14.7-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ул 10 000 һум күләмендә штраф түләйәсәк.
А. Хәмитов, район прокуроры ярҙамсыһы.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас