Кисә теркәлгән янғындан Күгәрсен ауылында бер йорт, ике һарай янды. Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы ла, ихатала өйөлгән бесәндәр ҙә хәүефте арттырҙы ғына.
Ут менән көрәшкә 77-се янғын часы хеҙмәткәрҙәре һәм Байдәүләт биләмәһенең, урман хужалығының янғын һүндереү машиналары йәлеп ителде. Юғалтыуҙар - ҙур, әммә шул уҡ ваҡытта ҡорбандар булмауы тынысландыра.
Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана.