Йәмғиәт Общество
27 Июня 2021, 09:30

Урмандар яна... Сәбәбе - ҡоролоҡмо?

Туймазы районында урман яна.Көндәрҙең эҫе тороуымы, янғын хәүефһеҙлеген үтәмәүме? ңБарығыҙҙы ла иғтибарлы булырға саҡырабыҙ!Был мәлдә урманда тыйыла:

Туймазы районында урман яна.
Был мәлдә урманда тыйыла:
  • Усаҡ яғыу;
  • Шырпы тоҡандырыу, тәмәке тартыу;
  • Тиҙ тоҡана торған әйберҙәр ҡалдырып китеү;
  • Шешәләр, быяла ярсыҡтары ҡалдырып китеү;
  • Үлән яндырыу;
  • Янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгән осраҡта, штрафтар ҡаралған (КоАП РФ 8.32 ст.)
    1. Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгән өсөн киҫәтеү йәки административ яуаплылыҡҡа тарттырыу:
      • Граждандарға 1 500 һумдан 3000 һумға тиклем;
      • Вазифа биләгәндәргә 10 000 һумдан 20 000 һумға тиклем;
      • Юридик шәхестәргә 50 000 һумдан 200 000 һумға тиклем.
        1. Усаҡ яғыу, ҡоро үләнгә ут төртөү, урманға яҡын ерҙәрҙә янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгән өсөн дә административ штраф һалына:
          • Граждандарға 3 000 һумдан 4 000 һумға тиклем;
          • Вазифа биләгәндәргә 15 000 һумдан 25 000 һумға тиклем;
          • Юридик шәхестәргә 150 000 һумдан 250 000 һумға тиклем.
          • Янғын осрағын күрһәгеҙ, урман һағына (8-800-100-94-00) йәки төбәк Урман хужалығы министрлығына - 8 (347) 218-14-14 - шылтыратыуығыҙ һорала.
            Автор:Айгул Клысбаева
            Читайте нас