Йәмғиәт Общество
28 Июня 2021, 14:35

“Изге” эш

Бер ҡарт ейәне менән урам буйлап килә. Бына улар бер өй тапҡырына етә. Өй янында бер малай ҡойма йүнәтеп йөрөй. Уйнарға сығыр алдынан ошо эште башҡарыуҙы атаһы ҡушҡан икән.

Бер ҡарт ейәне менән урам буйлап килә. Бына улар бер өй тапҡырына етә. Өй янында бер малай ҡойма йүнәтеп йөрөй. Уйнарға сығыр алдынан ошо эште башҡарыуҙы атаһы ҡушҡан икән.
Малай бер ҙә эш рәте белмәй, йә сүкешен яңылыш тота, йә таҡтаһы төшөп китә, йә ҡаҙауы тыңлашмай. Бына бер мәл ул яңылыш сүкеше менән ҡулына һуға. Ауыртыныуҙан әрнеп ҡысҡырып ебәрә малай һәм сүкешен ергә бәрә. Үҙе яҡлау йә ярҙам эҙләгәндәй, уйнап йөрөгән иптәштәренә күҙ һала.
Был хәлде күҙәтеп килеүсе бабайҙың ейәне тиҙ генә әлеге малайға ярҙамға ташлана, сүкешен алып, ҡойма таҡтаһын ҡағып та ҡуя. Ләкин олатаһы уға эшләп бөтөргә бирмәй, ул ҡаҡҡан ҡойманы яңынан аҡтарып сығара.
– Ниңә улай итәһең, олатай? – ти ейәне аптырап. – Һин бит мине һәр саҡ кешеләргә ярҙам итергә өйрәттең...
– Мин һине изгелеккә өйрәттем, ә ике йөҙлөлөккә түгел, – ти олатай. – Малай өсөн эш эшләп, һин уны ҡойма йүнәтергә өйрәнеүҙән азат итеп кенә ҡалманың. Ул бит һәр эштә түҙем булырға кәрәк икәнен дә үҙләштереп өлгөрмәне. Һин үҙеңдең "изге" эшең менән был малайҙың тормошон боҙа яҙҙың...
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас