Гистетео белгестәре фаразлауынса, июндең һуңғы көндәре һаман да шулай эҫе була. Көндөҙ +33-37 градус булһа, төндә лә 20 градустан түбән көтөлмәй. Июлдең тәүге көндәрендә һауа торошоноң әллә ни үҙгәреүе көтөлмәй. 1-3 июлдә - +30-33 градус эҫе, шулай уҡ урыны менән йәшенле ямғырҙар көтөлә.
6 июлдә бер аҙ һыуытып, көндөҙ +24 һәм төндә +17 градусҡа тиклем төшөүе көтөлә. Йылылыҡ 10 июнгә тиклем шул кимәлдә тороп, саҡ ҡына ямғыр яуыуы көтөлә.
Рәсәйҙең Гидрометүҙәгенең фәнни етәксеһе Роман Вильфанд июль башы тотош Рәсәй өсөн эҫе киләсәген хәбәр итә. Термометрҙарҙың иң юғары күрһәткесе, әлеге лә баяғы, Волга буйы федераль округында, йғни беҙҙә көтөлә. Башҡа төбәктәрҙән айырмалы, беҙҙә температура норманан 7-8 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.
Уф, ҡасан ғына теге, элек бесән мәлдәрендә ҡаҡшатҡан, "аҡ ямғырҙар" килер икән?!