Йәмғиәт Общество
29 Июня 2021, 11:20

Юлдыбайҙар сыҡты өмәгә

Күп ауылдар урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, ата-балаларҙың мәңгелек йорто - зыяратты төҙөкләндереү эштәрен башҡара. Ә бына Юлдыбай халҡы...

Күп ауылдар урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, ата-балаларҙың мәңгелек йорто - зыяратты төҙөкләндереү эштәрен башҡара. Ә бына Юлдыбай халҡы был эшкә ситтән ярҙам көтмәй, үҙ аллы тотонған.
Ауыл халҡы йыйылыш үткәреп, аҡса йыйыу, талапителгән материалдар хаҡын иҫәпләү өсөн яуаплылар тәғәйенләгән. Изге эшкә аҡса күсереүгә ситтә йәшәгәндәр ҙә әүҙем ҡушылған. Хатта зыяраттың ауылдан алыҫта булыуын, көндөң үтә эҫе тороуын иҫәпкә алып, өмәселәр өсөн туҡланыуҙы ла хәстәрләгән юлдыбайҙар.
Өмәгә халыҡ дәррәү сыҡҡан, хатта башҡа ауылдарҙы урап үтеп, Юлдыбайҙа яуып үткән ямғыр ҙа, эште туҡтатмаған.
Әйткәндәй, был күмәк эш - юлдыбайҙарҙың ауылды, тирә-яҡты төҙөкләндереү йәһәтенән башҡарған тәүге эше түгел. Кемдәндер әйтеү, йә ярҙам көтөп ятмай, бөтә инициативаны үҙ ҡулына алған Юлдыбай халҡына "Афарин!" тиергә генә ҡала!
Тулыраҡ - гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас