Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуға батып үлеүселәрҙең һаны кәмемәй, тик арта ғына. Бына тағы ике бәхетһеҙ осраҡ.
Кисә, 29 июндә, Сипайловола һыуҙан ирҙең кәүҙәһен сығаралар. Күреүселәр әйтеүенсә, ул тапочкалары артынан йөҙөп киткән, әммә кире сыға алмаған. Ир иҫерек булған, тип фараз ителә.
Тағы бер үлем, шулай уҡ, башҡалала теркәлгән. Мәйет 2001 йылғы Мысыр егете булыуы билдәләнгән.
Хөрмәтле райондаштар, әйҙәгеҙ һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫебеҙҙә тотайыҡ!
Үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ!