Мәрхүм малайҙарҙың береһе 2-се класты тамамлаған, икенсеһе быйыл уҡырға барырға тейеш булған.
27 июндә Новосибирск өлкәһенең Бобровка ауылында 8 һәм 6 йәшлек ике малай быуала батып үлгән. Балалар ҡосаҡлашҡан килеш һәләк булған. Моғайын, малайҙарҙың олорағы бәләкәсен ҡотҡарырға маташҡандыр, ләкин улар икеһе лә һыу төбөнә киткән. Был турала «Комсомольская правда» хәбәр итә.
Фажиғә булған көндә быуа янынан ир менән ҡатын уҙып бара. Улар йылға буйында ике велосипед ятыуын, һыуҙа балаларҙың аяҡ кейемдәре йөҙөп йөрөүен күреп ҡала. Был кешеләр тиҙ арала полицияға хәбәр итә.
Фажиғә урынына икенсе класта уҡыусы малайҙың атаһы ла килеп етә. Ашығыс ярҙам килеп еткәнсе үк ул балаларҙың мәйеттәрен һыуҙан алып сыға. Уларҙы ике метр тәрәнлектә тапҡан. Балалар бер-береһенә ҡулдары менән йәбешкән була. Береһе икенсеһен ҡотҡарырға маташҡанда икеһе лә батҡандыр, моғайын.
Табиптар уларҙың үлеүен раҫлай. Ике ғаилә лә яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлана.
Балаларҙың үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн экспертиза тәғәйенләнгән. Тикшереүселәр балаларҙың үҙҙәре генә һыу ҡойонорға китеү фактын тикшерә. Енәйәт эше асылған.