2002 йылдың 2 июле – республика тарихындағы ҡара көн.
Был көндә Германияның Боден күле өстендә 12 мең метр бейеклектә «Боинг» һәм «Башҡортостан авиалиниялары»ның Ту-154 пассажир самолеты бәрелештеләр. Унда 71 кешенең, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлдө.
Авиаһәләкәттән һуң 19 йыл уҙҙы инде, әммә йөрәктәрҙәге яра һаман уңалмай. Йыл һайын яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр Германияның Юберлинген ҡалаһына йүнәлә. Нәҡ шунан алыҫ түгел самолет ҡалдыҡтары һәм һәләк булғандарҙың кәүҙәләре табылғайны...
Шулай уҡ һәләк булыусыларҙың яҡындары Өфөнөң Көньяҡ зыяратына юллана, унда авиаһәләкәттә ғүмерҙәре өҙөлгән пассажирҙар һәм экипаж ағзалары ерләнгән.