Йәмғиәт Общество
2 Июля 2021, 13:35

Июлдә баҡса эштәре

Июль айында лә баҡсала үҫемлектәргә һыу һибеү, сүп үләндәре менән көрәшеүҙе дауам итеү мотлаҡ. Бынан тыш, уларҙы өҫтәмә рәүештә туҡландырып һәм төптәрен йомшартып торорға кәрәк булыр. Был айҙа күп кенә ағастар һәм йәшелсәләр емеш бирә лә башлай.

Июль айында лә баҡсала үҫемлектәргә һыу һибеү, сүп үләндәре менән көрәшеүҙе дауам итеү мотлаҡ. Бынан тыш, уларҙы өҫтәмә рәүештә туҡландырып һәм төптәрен йомшартып торорға кәрәк булыр. Был айҙа күп кенә ағастар һәм йәшелсәләр емеш бирә лә башлай.
  • Иртә өлгөрөүсе алма, груша, слива, сейә июль башында өлгөрә. Был осорҙа ағастарҙа бер йыллыҡ үҫентеләр барлыҡҡа килә, икенсе йылдың уңышы ошо йәш үҫентеләр менән бәйле икәнен оноторға ярамай. Эҫе һауа йәш япраҡтарҙы йылытып, япраҡ һуты менән туҡланыусы бетсәләргә үрсеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙыра. Һәр баҡсасы улар менән көрәшеү кәрәклеген аңлай һәм бының өсөн төрлө саралар ҡуллана. Әммә шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: был ҡоротҡостар ағас япраҡтарынан икенсе үҫемлектәргә, мәҫәлән, сүп үләндәренә күсеп, унда йәй бөткәнсе йәшәй ала. Шуға ла баҡсасыларға иғтибарлыраҡ булыу талап ителә.
  • Был осорға алмағастарҙың бер йыллыҡ үҫентеләре үҫеүҙән туҡтай. Был процесс үҙ ваҡытында тамамланһын өсөн алмағасҡа һыу һибеүҙе кәметергә кәрәк. Әгәр ҙә көндәр эҫе торһа, һыуҙы аҙлап ҡына һибергә кәңәш ителә. Мул емешле ботаҡтар һынып төшмәһен өсөн уларҙы терәтеп ҡуйырға онотмағыҙ.
    Ҡарағат һәм крыжовник емештәрен йыйып алғандан һуң, күбәләк зарарлаған емештәрҙе ергә күмергә кәрәк. Йәй ҡоро килгәндә бер тапҡыр булһа ла ҡурай еләгенә һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтарға һыу һибеү мотлаҡ. Төрлө ҡоротҡостар барлыҡҡа килмәһен өсөн ҡыуаҡлыҡтарҙы ентекләп тикшереп тороғоҙ.
    • Баҡса еләген йыйып алып, уларҙы иҫке һәм ауырыу япраҡтарҙан, артыҡ мыйыҡсаларҙан таҙартырға кәрәк. Еләк үҫентеләре араһындағы ерҙе йомшартырға онотмағыҙ. Яҡтылыҡ етерлек төшмәгән урында еләктәр, ғәҙәттә, мүкләнеүсән була. Уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, йыйып алып, баҡсаның ситенә күмеп ҡуйығыҙ, сөнки бындай еләктәрҙә зарарлы бәшмәк һеркәләре туплана.
    • Июль айында ҡыяр һәм томат түтәлдәре айырым иғтибар талап итә. Был үҫентеләргә даими рәүештә һыу һибеп торорға кәрәк. Һыу һипкәндән һуң помидорҙарҙың төбөн йомшартыу уларҙың тамырын нығыта, уңыш бермә-бер яҡшыра. Иҫке, һарғайған ботаҡтарҙы алып ташлап тороғоҙ, 20 июль тирәһенә артыҡ ботаҡтарҙы, сәскәләрҙе өҙөп ташлап, эре һәм уртаса помидорҙарҙы йыйып алығыҙ. Был осорҙа помидор үҫентеләрен өҫтәмә рәүештә туҡландыралар. Бының өсөн һыйыр, тауыҡ тиҙәгенә ҡол өҫтәп, уларҙың төбөнә ҡойоп сығырға кәрәк. Ҡыяр түтәлдәренә марганцовка иретмәһе һибеп торорға, 10 көнгә бер тапҡыр тиҙәк менән ашларға була. Ике көнгә бер тапҡыр уңышты йыйып алып тороғоҙ. Түтәлдәргә һыуҙы көн һайын түгел, ә аҙнаһына ике тапҡыр һибеү яҡшыраҡ.
    • Кольраби, төҫлө һәм иртә өлгөрә торған кәбеҫтәне йыйып алалар. Был осорҙа яңынан ултыртылған кәбеҫтә үҫентеләре йәй тамамланғансы өлгөрөп етә. Батун һуғаны, ҡуҙғалаҡ сәсергә була.
    • Яҡшы уңыш алыу өсөн кишер, петрушка, сөгөлдөр, пастернак, шалҡанды тағы бар тапҡыр һирәгәйтеү мөһим. Ҡабаҡтың артыҡ япраҡтарын алып ташлағыҙ. Уға йышыраҡ һыу һибеү ҡамасауламай.
      • Баҡса сәскәләренә, декоратив ҡыуаҡлыҡтарға кәрәгенсә һыу һибәләр, төптәрен йомшарталар. Һулыған сәскәләрҙе өҙөп ташлау мөһим, юғиһә, ул орлоҡлана башлай. Баҡса сәскәләрен йыл һайын яңынан сәсеп тороу яҡшыраҡ, сөнки ҡойолған орлоҡтан үҫкән сәскәләр йылдан-йыл ҡыр сәскәләренә оҡшай бара.
      • Георгин, гладиолус, мальваларҙы, һынмаһын өсөн, нығытып бәйләгеҙ. Георгиндың төбөнән сыҡҡан йәш үҫентеләрҙе ҡырҡырға кәрәк.
        Сәскә атып бөткәс тә, пиондарға ашлама индереп ҡуйығыҙ. Рауза, хризантема һәм башҡа сәскәләрҙе бәшмәк сирҙәренән һаҡлау өсөн аҙнаһына бер тапҡыр 1 процентлы бордос шыйыҡсаһы йәки 0,5 процентлы баҡыр хлорокисы иретмәһе менән эшкәртегеҙ.
        Фото: Яндекс. Картинки.
        Автор:Юлай Мурзабаев
        Читайте нас