Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Июль 2021, 08:35

Халыҡ-ара кооперация көнө менән!

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ҡотлауын сайтта уҡығыҙ

Хөрмәтле район кооператорҙары! Һөнәри байрамығыҙ – Халыҡ-ара кооперация көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ейәнсура районы кооперацияһы бай тәжрибәгә һәм традицияларға эйә булған система булып тора. Үҙенең бөтөнлөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлап, ул йылдан-йыл эшмәкәрлек төрҙәрен арттыра, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа үҫтерелгән продукцияны һатырға ярҙам итә.
Бөгөн үҙгәреүсән иҡтисади хәл-торош һәм тормош үҙе кооперация алдына баҙарға үтеп инеү, конкуренцияға һәләтлелекте күтәреү, ауыл халҡы ихтыяждарына тиҙ арала яуап биреү буйынса яңы бурыстар ҡуя. Кооператорҙар хеҙмәте яңы эш урындары булдырыуға, тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙарын киңәйтеүгә булышлыҡ итә, ә тупланған тәжрибә эшлекле мөхитте үҫтереүҙә, ауылда конкуренцияға һәләтлелекте күтәреүҙә яңы үрҙәргә өлгәшеү өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора.
Тармаҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рєхмєт белдерєм, һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм районыбыҙҙың сәскә атыуына йүнәлтелгән изге эшегеҙҙә уңыштар телєйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас