Йәмғиәт Общество
3 Июля 2021, 09:45

Өс көн элек юғалған ирҙе үле килеш тапҡандар

Бөгөн иртәнсәк водолаздар һыу аҫтынан 42 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Был хәл...

Бөгөн иртәнсәк водолаздар һыу аҫтынан 42 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Был хәл Башҡортостандың Октябрьск районы Ыҡ-күле буйында булған.
30 июнь көнө үлгән ир дуҫтары менән күл буйында спиртлы эсемлектәр эсеп ултырған да, ҡапыл юғалған. Күреүселәр әйтеүе буйынса, ул ҡайтыу яғына киткән. Тик дуҫы уны өйөндә тапмаған. Иртәгеһенә туғандары уны эҙләргә тотонған. Тик уңышһыҙ булғас, ирҙең әсәһе полицияға барып ғариза яҙған.
Һуңғы ваҡытта иҫерек килеш һыуға төшөп, батыусылар һаны арта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Зинһар өсөн, яҡындарығыҙға, хатта таныш булмаған кешеләргә лә иғтибарлы булығыҙ!
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас