Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы үтте. Күркәм һәм ҙур ваҡиғала донъяның 37 иленән ижади коллективтар — барлығы 1100 артист ҡатнашты . Мәҙәниәт йорто ла, китапхана менән берлектә, балаларҙы матур сараға йыйҙы.
Байдәүләт ауылына ял итергә төрлө район һәм ҡалаларҙан бик күп балалар килә. Улар үҙ-ара татыу һәм берҙәм.
Башҡортостан – дуҫлыҡ иле, Һәр бер милләт - уның гөлө. Республикабыҙҙа йәшәүсе төрлө милләт халҡы менән ҡыҫҡаса таныштырыу ине маҡсатыбыҙ. Күргәҙмә сиктәрендә милли биҙәүестәр эшен башлап өйрәнеүсе, ауылыбыҙ килене Дәүләтбаҡова Эльмира саҡырылды.Үҙенең ҡул эштәре менән таныштырҙы.
Сара һорауҙарға яуаптар биреү, шиғыр ятлау һәм күңелле уйындар менән тамамланды.
Байдәүләт ауылы китапханаһы