Йәмғиәт Общество
4 Июля 2021, 06:50

Өс бала зыян күргән

ЮХХДИ идаралығы хәбәр итеүенсә...

3 июль Туймазы районында "ПАЗ" автобусы һәм Audi A6 машинаһы бәрелешкән, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы.
Авария кисә көндөҙ Сирафимовка ауылы янындағы боролошта була. Зыян күреүселәр иҫәбендә еңел машинаның водителе һәм уның 13, 15, 16 йәшлек пассажирҙары. Улар ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатылған.
Автобуста һигеҙ пассажир булған, береһе лә зыян күрмәгән.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас