Өфөлә үтеп барыусылар яна башлаған «Нива» эргәһендә торған автомобилдәрҙе ситкә этеп ҡуйған
Баш ҡаланың Шакша биҫтәһендә автомобиль янып киткән. Янғын йорт ихатаһындағы парковкала сыҡҡан.
Быны күреп ҡалған кешеләр шунда уҡ эргәлә торған машиналарҙы янғын урынынан ситкәрәк күсерә башлаған. Ирҙәр ике автомобилде ҡуҙғата алған. Башҡалар ут ялмап алған «Нива»ны һүндерергә тотонған.
Хәлдең шаһиттары әйтеүенсә, ошо машина ғына зыян күргән, ҡалғандарына бер ни ҙә булмаған.