Рита И. һүҙҙәренсә, «Өфөнөң «Долголетие» ҡарттар йортонда хеҙмәткәрҙәр тупаҫ, сирлеләргә ҡысҡыра, медицина ярҙамы күрһәтергә белмәй, квалификациялы танытмаһы, махсус формаһы юҡ, кешеләрҙе урамдан тотоп алып индергәндәр».
«Ҡарттарҙың барыһы ла сей яралы, бысраҡ, ас, берәүһе туҡмалған ине шикелле, сөнки битен тотҡайны. Йөрөй алмаған ауырыуҙар икенсе ҡатта, унда текә баҫҡыс һәм башҡа бер нәмә лә юҡ. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, улар ошо баҫҡыстан бөтә ҡарттарҙы алып сыға алмай, эвакуация юлдары бүтән юҡ. Янғын һүндереү саралары, янғын тураһында хәбәр иткән системалар юҡ. Тәҙрәләр асылмай, пансионатта һаҫыҡ еҫ, санузелдарҙа бысраҡ. Өләсәйебеҙҙең күҙҙәре эренләп бөткән, мин еүеш салфеткалар һәм йыуыныу өсөн пенка ла ҡалдырғайным, простыняһыҙ матраста яталар. Ҡысҡырған тауышты ишетһәләр, ҡурҡыуҙары йөҙҙәренә сыға», – ти ул.
Рита әйтеүенсә, уның эшкә һәләтһеҙ әсәһенең беренсе айҙа уҡ тәне боҙола башлаған, дарыу ҡалдырһалар ҙа, учреждение хеҙмәткәрҙәре уны ҡарамаған, хәҙер уға операция талап ителә. Етәкселек менән янъялдан һуң ҡатынды өйөнә алып ҡайтҡандар.
«Миңә ультиматум рәүешендә ҡулаҡса менән иҫәпләшергә кәрәклеген әйттеләр, сөнки уларҙы Һаҡлыҡ банкы күҙәтеп бара, йәнәһе лә, улар һалым түләргә теләмәй», –ти ҡатын.
Уның һүҙҙәренсә, 2ГИС ҡушымтаһында пансионаттың ябыҡ булыуы күренә, әммә ысынында улай түгел. Етәкселек хеҙмәт күрһәткән өсөн аҡса алыуын дауам итә, ә ҡарттар йорто биләмәһенә шылтыратып ҡына инергә мөмкин. Йөрөй алған сирлеләрҙе тышҡа сығармайҙар.
Хәҙер Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы, шулай уҡ республика Прокуратураһы Өфөлә ике ай элек асылған шәхси пансионатта пландан тыш тикшереү башлаған.