Ейәнсура районы халҡы иғтибарына!
Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы прививкалау бригадаһы менән халыҡты COVID-19-ҙан вакцинациялау өсөн түбәндәге ауылдарға барасаҡ.
19.07 – Башҡорт Үргене, Яңы Петровка;
21.07 – Иҙелбәк, Үтәғол, Ҡужанаҡ;
22.07 – Абзан, Малиновка, Әбүләис, Арсен.
Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, страховкалу полисын алып барырға.
Иҙелбәк һәм Күгәрсен амбулаторияларында коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтеү мөмкинлеге булдырылған, яҡын тирә-яҡ ауылдары халҡы килеп вакцина ҡаҙата ала. Был ауыл табиблыҡ амбулаторияларында вакциналар һәм уларҙы һаҡлау өсөн һыуытҡыс килтерелгән.
Вакцинацияланығыҙ – үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ!