Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Июль 2021, 10:15

2020 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше

2020 йылда бюджетты үтәү коронавирус инфецияһы пандемияһы шарттарында башҡарылды.23 июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында“2020 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында” закон проекты ҡаралды. Проект республика парламентының профиль комитеты ултырышында тикшерелде. Шулай уҡ 10-16 июндә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай закон проектын йәмәғәт тикшереүе үткәрҙе. Закон проектының параметрҙары түбәндәгесә.2020 йылда бюджетты үтәү коронавирус инфецияһы пандемияһы шарттарында башҡарылды һәм, шуға ярашлы, уның эҙемтәләрен бөтөрөү, халыҡҡа һәм иҡтисадтың иң ныҡ зыян күргән тармаҡтарына ярҙам күрһәтеү сараларын күрергә кәрәк булды.Дөйөм иҡтисади хәл-тороштоң ҡырҡа насарланыуы, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, Башҡортостан Республикаһы бюджетына килемдәрҙең килеүенә кире йоғонто яһаны.2020 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәре 219,9 млрд һум тәшкил итте. Шуның 123,2 млрд һумы – һалым һәм һалым булмаған килемдәр, был 2019 йыл кимәленә ҡарата 16,1 %-ҡа әҙерәк.Һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең төп сығанаҡтары: физик шәхестәр килемдәренә һалым – 18,7%, ойошмалар табышына һалым – 14,8%, акциздар – 9,7%, мөлкәткә һалым – 6,2%, дәүләт милекселегендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан килемдәр – 3,4%.Түләүһеҙ керемдәр 2019 йыл менән сағыштырғанда 45,2 млрд һумға йәки 1,9 тапҡырға артты һәм 96,7 млрд һум тәшкил итте. Керемдәр артыуы нигеҙҙә яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын профилактикалау һәм эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларҙы финанс менән тәьмин итеүгә бәйле. Һиҙелерлек финанс ярҙамы социаль өлкәлә ихтимал булған кире тенденцияларҙы тотҡарларға, милли проекттарҙы софинанслау күләмдәрен һәм ғәмәлгә ашырыу темптарын һаҡларға мөмкинлек бирҙе.Республика бюджетының сығымдар өлөшө 259,4 млрд һум күләмендә үтәлде, үҫеш 44,2 млрд һум.Коронавирус инфекцияһы таралыуы шарттарында 2020 йылда социаль йөкләмәләрҙе үтәү дауам итте. Социаль мохтажлыҡтарға сығымдар 192 млрд рублей йәки 74% тәшкил итте. Шуларҙан социаль сәйәсәткә– 66,8 млрд һум (25,8%), мәғарифҡа – 56,2 млрд һум (21,7%), һаулыҡ һаҡлауға – 42,7 млрд һум (16,5%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 14,8 млрд һум (5,7%), мәҙәниәткә, кинематографияға – 7,2 млрдһум (2,7%), на физик культураға һәм спортҡа – 2,6 млрдһум (1,0%), киң мәғлүмәт сараларына – 0,9 млрд һум (0,3%), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға 0,8 млрд һум (0,3%) йүнәлтелде. Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығымдар – 43,9 млрд һум (16,9%), муниципаль берәмектәр бюджеттарына дөйөм характерҙағы бюджет-ара трансферттар биреүгә – 12,8 млрд һум (4,9%), милли оборонаға, милли хәүефһеҙлеккә һәм тәртип һаҡлау эшмәкәрлегенә – 2 млрд һум (0,8%), башҡа сығымдар – 8,7 млрд һум (3,4%) тәшкил итте.Коронавирус инфекцияһы һәм пандемия эҙемтәләре менән көрәшкә, насарлана барған макро иҡтисади күрһәткестәр шарттарында иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға сығымдар 32,8 млрд һум тәшкил итте. Аҡсаларҙың төп өлөшө һаулыҡ һаҡлауға һәм социаль сәйәсәткә йүнәлтәлде. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә койкалар фонды профиле үҙгәртелде һәм киңәйтелде, кәрәкле ҡорамалдар һәм дарыуҙар һатып алынды, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн эш шарттары тәьмин ителде. COVID-19 менән ауырыусыларға ярҙам күрһәтеүсе медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә түләмдәр түләнде.Республиканың дәүләт бурысы 21 млрдһум тәшкил итте. Кредит йөкләмәһе түбән хәүеф кимәлендә һаҡлана.«Moody’sInvestor’sService» и «FitchRatingsInc» халыҡ-ара кредит рейтинг агентлыҡтары тарафынан республиканың кредит рейтингтары 2019 йыл кимәлендә раҫланды (ярашлы рәүештә «Ва1» һәм «ВВВ», «Тотроҡло» прогнозы). «Эксперт РА»кредит рейтинг агентлығы «Негатив» прогнозын «Тотороҡло»ға үҙгәртте.Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы.

2020 йылда бюджетты үтәү коронавирус инфецияһы пандемияһы шарттарында башҡарылды.
23 июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында“2020 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында” закон проекты ҡаралды. Проект республика парламентының профиль комитеты ултырышында тикшерелде. Шулай уҡ 10-16 июндә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай закон проектын йәмәғәт тикшереүе үткәрҙе. Закон проектының параметрҙары түбәндәгесә.
2020 йылда бюджетты үтәү коронавирус инфецияһы пандемияһы шарттарында башҡарылды һәм, шуға ярашлы, уның эҙемтәләрен бөтөрөү, халыҡҡа һәм иҡтисадтың иң ныҡ зыян күргән тармаҡтарына ярҙам күрһәтеү сараларын күрергә кәрәк булды.
Дөйөм иҡтисади хәл-тороштоң ҡырҡа насарланыуы, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, Башҡортостан Республикаһы бюджетына килемдәрҙең килеүенә кире йоғонто яһаны.
2020 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәре 219,9 млрд һум тәшкил итте. Шуның 123,2 млрд һумы – һалым һәм һалым булмаған килемдәр, был 2019 йыл кимәленә ҡарата 16,1 %-ҡа әҙерәк.
Һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең төп сығанаҡтары: физик шәхестәр килемдәренә һалым – 18,7%, ойошмалар табышына һалым – 14,8%, акциздар – 9,7%, мөлкәткә һалым – 6,2%, дәүләт милекселегендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан килемдәр – 3,4%.
Түләүһеҙ керемдәр 2019 йыл менән сағыштырғанда 45,2 млрд һумға йәки 1,9 тапҡырға артты һәм 96,7 млрд һум тәшкил итте. Керемдәр артыуы нигеҙҙә яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын профилактикалау һәм эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларҙы финанс менән тәьмин итеүгә бәйле. Һиҙелерлек финанс ярҙамы социаль өлкәлә ихтимал булған кире тенденцияларҙы тотҡарларға, милли проекттарҙы софинанслау күләмдәрен һәм ғәмәлгә ашырыу темптарын һаҡларға мөмкинлек бирҙе.
Республика бюджетының сығымдар өлөшө 259,4 млрд һум күләмендә үтәлде, үҫеш 44,2 млрд һум.
Коронавирус инфекцияһы таралыуы шарттарында 2020 йылда социаль йөкләмәләрҙе үтәү дауам итте. Социаль мохтажлыҡтарға сығымдар 192 млрд рублей йәки 74% тәшкил итте. Шуларҙан социаль сәйәсәткә– 66,8 млрд һум (25,8%), мәғарифҡа – 56,2 млрд һум (21,7%), һаулыҡ һаҡлауға – 42,7 млрд һум (16,5%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 14,8 млрд һум (5,7%), мәҙәниәткә, кинематографияға – 7,2 млрдһум (2,7%), на физик культураға һәм спортҡа – 2,6 млрдһум (1,0%), киң мәғлүмәт сараларына – 0,9 млрд һум (0,3%), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға 0,8 млрд һум (0,3%) йүнәлтелде. Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығымдар – 43,9 млрд һум (16,9%), муниципаль берәмектәр бюджеттарына дөйөм характерҙағы бюджет-ара трансферттар биреүгә – 12,8 млрд һум (4,9%), милли оборонаға, милли хәүефһеҙлеккә һәм тәртип һаҡлау эшмәкәрлегенә – 2 млрд һум (0,8%), башҡа сығымдар – 8,7 млрд һум (3,4%) тәшкил итте.
Коронавирус инфекцияһы һәм пандемия эҙемтәләре менән көрәшкә, насарлана барған макро иҡтисади күрһәткестәр шарттарында иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға сығымдар 32,8 млрд һум тәшкил итте. Аҡсаларҙың төп өлөшө һаулыҡ һаҡлауға һәм социаль сәйәсәткә йүнәлтәлде. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә койкалар фонды профиле үҙгәртелде һәм киңәйтелде, кәрәкле ҡорамалдар һәм дарыуҙар һатып алынды, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн эш шарттары тәьмин ителде. COVID-19 менән ауырыусыларға ярҙам күрһәтеүсе медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә түләмдәр түләнде.
Республиканың дәүләт бурысы 21 млрдһум тәшкил итте. Кредит йөкләмәһе түбән хәүеф кимәлендә һаҡлана.
«Moody’sInvestor’sService» и «FitchRatingsInc» халыҡ-ара кредит рейтинг агентлыҡтары тарафынан республиканың кредит рейтингтары 2019 йыл кимәлендә раҫланды (ярашлы рәүештә «Ва1» һәм «ВВВ», «Тотроҡло» прогнозы). «Эксперт РА»кредит рейтинг агентлығы «Негатив» прогнозын «Тотороҡло»ға үҙгәртте.
Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы.
Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: