11 июль – Рәсәй почтаһы көнө
Хөрмәтле почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй почтаһы көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Яңы коммуникация технологиялары даими үҫешеүенә ҡарамаҫтан, почта иң киң таралған, һәр кем ҡулланана алған элемтә төрҙәренең береһе булып ҡала һәм үҙенең социаль әһәмиәтен бөгөн дә юғалтмай. Ул халыҡты почта хеҙмәтенең барлыҡ, шул иҫәптән заманса төрҙәре менән тәьмин итә, шулай уҡ араларҙы яҡынайта һәм кешеләрсә аралашыу йылыһын һаҡлай.
Бөгөн беҙҙең райондың почта тармағында үҙ һөнәренә йәне-тәне бирелгән бик яҡшы кешеләр эшләй. Яуаплы һәм еңел булмаған, әммә район халҡы өсөн шундай кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре. Киләсәктә лә алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығыуығыҙға ышанам. Йәш быуынға үҙҙәренең тәжрибәһен һәм белемдәрен тапшырған, күп йыллыҡ изге традицияларҙы һаҡлаған тармаҡ ветерандарына айырым рәхмәт белдерәм.
Был байрам көнө алдынан Ейәнсура районының барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәренә эштәре гел алға барыуын, уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.