Йәмғиәт Общество
13 Июля 2021, 13:15

#аш_һыу

Салат итеп ашауға ла бик тәмле. Әҙер һурпаға төшөрһәң, бынамын тигән фасолле борщ килеп сыға!

Добавить в предпочтительные источники Google
Был ризыҡ өсөн 2-шәр кг кишер, һуған, помидор һәм сөгөлдөр алабыҙ. Кишерҙе - эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, һуғанды - ярты дүңгәләк итеп, ә помидорҙы эре өлөштәргә турайбыҙ. Уларҙың һәр ҡайһыһын айырым майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. 2 кг сөгөлдөрҙө бешереп, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. 3 стакан фасолде бешерәбеҙ.
Бөтәһен дә бергә болғап, 0,5 л көнбағыш майы, шул тиклем үк йылы һыу, 100 гр тоҙ, 150 гр аш һеркәһе һалабыҙ.
Быларҙы 30 минут быҡтырып алабыҙ ҙа, банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ. 6,5-7 л сыға.
Салат итеп ашауға ла бик тәмле, әҙер һурпаға төшөрһәң, бынамын тигән фасолле борщ килеп сыға.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Автор:Альмира Аюпова