Йәмғиәт Общество
18 Июля 2021, 14:55

Ҡайһы берәүҙәр пенсияһыҙ ҡалыуы бар

Уларға нимә эшләргә?

Ҡайһы берәүҙәр пенсияһыҙ ҡалыуы барҠайһы берәүҙәр пенсияһыҙ ҡалыуы бар
Ҡайһы берәүҙәр пенсияһыҙ ҡалыуы бар

Был, тәү сиратта, үҙмәшғүлдәр, йәғни "самозанятый" булараҡ эшләгәндәргә ҡағыла. 2025 йылдан был үҙен ныҡ һиҙҙерәсәк, ти белгестәр. Сөнки тап шул ваҡыттан 15 йыл хеҙмәт стажы йәки 30 пенсия балы булмағандар страховка пенсияһына өмөт итә алмаясаҡ. Улар алған килеменә һалым түләй, әммә страховкалау иғәнәһе түләмәй. Тимәк эшмәкәрлек алып барған осорҙа уларға стаж һаналмай.  

Эксперттар әйтеүенсә, был хәлде төҙәтеү өсөн уларға Пенсия фондына иғәнә түләй башларға кәрәк.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас