Йәмғиәт Общество
18 Июля 2021, 15:05

Көршәк һәм ауырыу

Балсыҡтан эш­ләнгән бәләкәй һыу көршәге өҫтәлдә улты­ра. Бүлмәнең бер мөйөшөндәге карауатта ауырыу ята. Ул бик ныҡ сарсаған. "Һыу, һыу..." тигән өн сығарып-сығарып ала, ләкин уны берәү ҙә ишетмәй, өйҙәгеләр ҡайҙалыр киткән.

Көршәк һәм ауырыуКөршәк һәм ауырыу
Көршәк һәм ауырыу

Ауырыуҙың ялбарыуы шул тиклем ҡыҙғаныс була, хатта көршәк тә тетрәнә. Ул кешегә ярҙам итергә теләп, ныҡ итеп көсәнә һәм мөмкин булмағанды эшләй: ауырыу янына, тап уның ҡулы эргәһенә шыуып барып туҡтай. Ауырыу күҙҙәрен аса һәм көршәкте күрә. Бөтөн көсөн йыйып, көршәкте күтәрә һәм уны һы­уһауҙан ярылған ирендәренә терәй. Шунда ғына көршәк эсендә һыу булмағанын аңлай. Ауырыу һуңғы көсөн көршәкте мөйөшкә бәреп ватыуға исраф итә...

Һығымтаһы шул: ҡәҙереңде белмәгәндәргә яраҡлашып, уларға ярҙам итергә тырышып, юҡҡа сығы­уҙан һаҡлан. Кемдер һиңә ярҙам итергә теләп тә, ярҙамы килеп сыҡмаһа, унын ты­рышлығын лайыҡлы баһала.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас