Йәмғиәт Общество
18 Июля 2021, 16:45

Кәзә башлаған һабантуй (хикәйә)

Быйылғы һабантуй Ҡыҙылтамаҡ ауылы халҡы өсөн гөрләп үтте. Юҡ, улар һабантуйҙың үҙендә әллә ни дан ҡаҙана алманы. Йөҙҙән ашыу ҡарт-ҡоронан торған иҫке йорт-ҡуралы халыҡ ундай урында ниндәй уңышҡа өлгәшһен дә, ниндәй бүләккә лайыҡ булһын, ти инде.

Кәзә башлаған һабантуй (хикәйә)Кәзә башлаған һабантуй (хикәйә)
Кәзә башлаған һабантуй (хикәйә)

Ана, сусҡалай һимергән Сирбай, 120 кило тартҡан ауырлығымды күтәрә алмаҫтар, тип майҙанға алпан-толпан баҫып сыҡҡан да бит, ҡаланан килгән бер штангист алған да елдергән. "Лып" итеп барып төшкәс, башын күтәреп: "Их, тағы бер 20 килоға һимермәгәнмен, күтәрә алмай ине", – тип үкенеп ята, ти. Киреһенсә, ҡаҡ һөйәктән торған Тимеркәй ҙә йүгереп маташҡан. Хәле бер "круг"ҡа ла етмәгән. Ул да: "Кисә сәмәйҙе күберәк һелтәп ташлағанмын, юҡһа, беренсе урын өсөн телевизор эләктерер инем", – тип, яр башындағы балыҡ һымаҡ ауыҙын бер асып, бер йомоп аҡланып маташа икән. Ярар, ни хәл итәһең, һәр кемгә еңергә тимәгән. Уның ҡарауы, береһе емереп ашай, икенсеһе һемереп эсә белә. Ошо дан да еткән уларға.

Ҡыҙылтамаҡтың үҙ байрамы байрам булды. Уны ҡарт-ҡоролар башланы. Эш шунда, район һабантуйына юлланыусыларҙың юлы улар аша үтә. Бөтә яҡтан килгән машиналар Ҡыҙылтамаҡтың ҙур урамынан елдерә. Бер нисә миҙгел инде. Үткән йылды ла улар аша уҙҙылар. Ауыл сауҙаһы ла бына шул көн башланып китте. Уға Ғәйшә әбейҙең берҙән-бер кәзәһе сәбәпсе булды. Тыуған ауылында һигеҙ тиҫтәгә яҡын йәшәгән әбейгә, килене бәпес табып ике ай үтеүгә, улы Әүхәҙи: "Әсәй, зинһар, килеп ярҙам ит. Юҡһа, семья бизнесенә кәнец килеүе бар", – тип шылтыратты. Ҡаланы яратмаһа ла, нихәл итһен, барырға булды. Өйөн ныҡлы бикләп, күршеһенә йортона күҙ-ҡолаҡ булырға һөйләште. Тик бына уларға кәзәһен генә ҡалдырғыһы килмәне. Бигерәк үҙ һүҙле, бер кемдә лә тормаясаҡ. Кешегә бәлә генә булыр. Өйрәнгән малынан айырылыу ҡыйын булһа ла, Ғәйшә әбей кәзәһен һатырға уйланы. Күршеһе менән кәңәшләшкәс, ике көндән үтәсәк район һабантуйына барыусылар юлына кәзәне сығарырға булды. Әбей кәзә муйынына "Үләнле йылда 6 литр һөт бирә, мамығы 2 ҙур шәлгә етә, оло йөк тартырлыҡ көскә эйә" тигән яҙыу ҙа элеп ҡуйҙы. Тик ун минут та торманы, ҙур ҡара машинанан бағаналай ике ир килеп сыҡты ла, хаҡын әйтер-әйтмәҫтән, ике йәшел аҡса тоттороп, кәзәне тейәп алып та китте. Быны күреп тороусылар Ғәйшә әбейҙең берҙән- бер кәзәһен һатып ебәреү хәбәрен Кыҙылтамаҡҡа таратты. Ҡайһы берәүҙәр ваҡ малын шул көндө үк алып сыҡты. Һабантуйҙан ҡайтыусыларға тағы ла бер кәзә, ике һарыҡ, ә инде ҡош-ҡорттарҙан өс тауыҡ һатылды. Хатта Бәлһейә әбейҙең, маҡтай торғас, бер генә сысҡан да тотмаған "Ялҡау" исемле бесәйенә лә алыусы табылды. Бәлки, алмаҫтар ҙа ине, һатып алыусыларҙың 4-5 йәшлек ҡыҙҙары уны ҡосаҡлап алды ла ҡулынан ыскындырманы ла ҡуйҙы. Атаһына йөҙлөктө сығарып биреүҙән башҡа сара ҡалманы. Ә бына итәк аҫтынан ғына "сәмәй"ен һатырға самалаған Сараның сауҙаһы килеп сыҡманы: уны "Айыҡ ауыл" призы өсөн көрәшеүсе әбейҙәр шул минутта уҡ ҡыуып ебәрҙе. Бер йүнһеҙ бисә арҡаһында милициянан үҙҙәре ҡыуылһындармы?

Ә сауҙа бында йылдан-йыл көс ала барҙы. Бигерәк тә быйылғы һабантуйҙа. Бер нисә өҫтәл ҡуйылған, таҙартылған һәм йыйыштырылған юл буйына кем нимә генә алып сыҡманы! Ана Юғары урамынан Тайба әбей улының ун йыл элек ташлап ҡуйған ямауға ғына ярарлыҡ салбарын килтергәйне. Бер нәҙек билле ҡыҙ әйләндереп-тулғандырып ҡараны ла, хаҡын әйткәс, тейешле аҡсаны биреп, салбарҙы кейеп алғас, тубыҡтарынан иҙрәп торған урындарын йыртҡылай башланы. Әбей-бабайҙарҙың иҫе китеп ҡарап торғанын күргәс:

– О'кей, бабушки! Еще раз приеду, если у вас есть такие штаны! – тине.

Бер әбей телен шартлатып ҡуйҙы ла:

– Миндә лә бар ине шул салбарҙың өҫтө, хәйерһеҙ, күкәй һалған тауығым кәрзинәһенә түшәгәйнем бит әле, – тип үкенде.

– Джемпер что ли? Иди, принеси, – тине ҡыҙ, шатлығын йәшермәй. Әбей, янғын сыҡҡанды күргәндәй өтәләнеп, өйөнә йүгерҙе.

Быйылғы Ҡыҙылтамаҡ баҙарында әбей-бабайҙар нәмәләр генә һатманы: ҡыҙыл армеецтарҙың "Буденовка"һы, шуға тиңдәштә ге һалдат шинеле, балаҫ һуғыу станогы, күмер һалып ҡыҙҙыра торған үтек, ике пар сабата, бал батманы – бөтәһенә лә эйә табылды. Байтаҡ кеше ҡайһы бер нәмәләргә заказ да биреп китте. Әйтерһең, уларҙы эшләп-яһап сығарырға станоктары бар!

Бына шулай үтте Ғәйшә әбейҙең кәзәһе башлап ебәргән сауҙа һабантуйы. Киләһе йылға әбей-бабайҙар тағы нығыраҡ әҙерләнергә һөйләште. Ҡайһы берәүҙәрҙең эре мөгөҙлө малдарын һатырға ла иҫәбе юҡ түгел. Эшҡыуарлыҡты ауылда ла үҫтерергә ваҡыт!

Сауҙанан арыу ғына аҡса эләктергән әбей-бабайҙар, йорт-ҡураларын рәтләп, айыҡлыҡ хәрәкәтенә лә өлөштәрен индермәкселәр. Кәзә һатыуҙан ғына башланған эш ҙур сауҙа һабантуйына әүерелергә тейеш. Ҡыҙылтамаҡтар әрәмтамаҡтар булманы! Булмаҫ! Улар кемдән кәм?

Риф МИФТАХОВ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас