+20 °С
Облачно
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
МАХ
Йәмғиәт Общество
19 Июля 2021, 07:19
Бөгөн - Ғәрәфә көнө
Донъяның бөтә мәмләкәттәренән изге урынға Хаж ҡылыусылар Ғәрәфә тауында изге теләктәр теләйәсәк. Беҙ ҙә уларға ҡушылайыҡ, ТЕЛӘКТӘРҘЕ ДӨРӨҪ ӘЙТӘЙЕК!
Хаж ҡылыусылар Ғәрәфәт тауында
Фото:
КП
Мәрхәмәтле Аллам, белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарымды ғәфү ит. Барына шөкөр итәм, биргәнеңә рәхмәтлемен! Ошо бәхетемде һаҡлай күр, тормошобоҙға ҡайғы-хәсрәт, сир-сырхау килтермә!
Күҙ тейеүҙәр, һүҙ тейеүҙәр ҡағылһа, барыһы ла минән китһен. Юлыма ҡара эсле, ауыр энергиялы, көнсөл кешеләрҙе сығарма, бары тик изге күңелле, уңышлы кешеләр менән юлдаш ит! Теләктәремде бер үк күпһенмә, артығын һораһам ғәфү ит!
Яҡындарыма һәм үҙемә ныҡлы һаулыҡ бир!? Донъяһы бөтөн кешенең күңеле тыныс була - һәммәбеҙгә йән тыныслығы насип ит! Балаларым, йәрем, яҡындарым иҫән булһын, һәр ҡайһыһын бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап йөрөт! Ғаиләм имен, балаларым тәүфиҡлы, һәр береһе аҡыллы, сәләмәт булһын! Амин!
Теләктәребеҙҙе белгән тиклем доғалар менән нығытып әйтәйек! Һис юғы ошо доғаларҙы ҡабыҙып, бер нисә тапҡыр тыңлап алайыҡ! Күңелебеҙ тынысланыр, һүҙ көсө ғәмәлгә ашыр!
Автор:
Альмира Аюпова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"