Был хәл Белорет районының Тирлән ауылы янында була. Ошо ауылда йәшәгән 17 йәшлек егет таныҡлыҡһыҙ руль артына ултыра, етмәһә яңғыҙ булмай. Ул Тирлән йылғаһы аша һалынған күперҙең бетон кәртәһенә бәрелә. Һөҙөмтәлә, уның 17 йәшлек пассажиры йән бирә.
Асыҡланыуынса ул быға тиклем үк "права"һыҙ йөрөп, етмәһә эскән килеш руль артында эләккән булған.
Иң аптыратҡаны шул: бәлиғ булмағандарҙың машина йөрөткәнен күреүселәр полицияға мөрәжәғәт итеү урынына: "беҙ йәш булманыҡмы ни?!", "әйҙә йөрөһөндәр", тигәнерәк фекер йөрөтә. Бындай битарафлыҡ, язаһыҙлыҡ фажиғә менән тамамланыу мөмкинлеген күҙ уңынан ысҡындара.