

Был хәл кисә Күмертау ҡалаһында була. Республиканың ашығыс хеҙмәттәренә хәбәр килә: 2 йәшлек бала икенсе ҡаттан ҡолап төшә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бәхеткә, бала тере ҡала, тик төрлө тән йәрәхәттәре ала.
Балаларҙың үлеменең һәм йәрәхәтләнеүенең төп сәбәбтәренең береһе - тәҙрәнән ҡолап төшөү. Бүлмәне елләтеп алырға тигән теләк күп ғаиләләрҙә ҡайғы менән тамамлана.
Оператив мәғлүмәт буйынса, йыл башынан Башҡортостанда тәҙрәнән ҡолап төшөп 5 бала һәләк булған һәм 17 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ата-әсәйҙәр, балаларығыҙға иғтибарлы булығыҙ!