Йәмғиәт Общество
21 Июля 2021, 05:40

60 йәштә бер нимәһеҙ ҡалғандар

Һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай шул...

60 йәштә бер нимәһеҙ ҡалғандар60 йәштә бер нимәһеҙ ҡалғандар
60 йәштә бер нимәһеҙ ҡалғандар

Иглин районында йәшәгән Наталья Кривошеина менән тормош иптәше Геннадий Трофимов бер сәғәт эсендә бер нимәһеҙ тороп ҡала. Бының сәбәбе - ут. Бөтә нимә: өй, ҡаралты, баҡса, хужалыҡ, хатта малдары - янып бөтә. 50 йылға яҡын төҙөлгән донъялары юҡҡа сыға. 

Янғындың официаль сәбәбе - "лупа эффекты". Янғын көнөндә ныҡ эҫе була, ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ел дә тап хужаларҙың өйө яғына була. 

Ярай әле, хужалар өйҙә була, үҙҙәре лә, ейәндәре лә сығып өлгөрә. Күҙ асып йомғансы, бар донъя янып та бөтә. 

"Күше-тирә ярҙам итергә тырышты, рәхмәт инде, янғын һүндереүселәр ҙә афарин, тик гараж менән мунсанан башҡа бер нимә лә тороп ҡалманы",  - ти Геннадий Трофимов.

Әле был ғаилә Наталья Кривошеинаның әсәһендә торалар.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас