Йәмғиәт Общество
21 Июля 2021, 12:05

"Ал елкән"дә күңелле!

Балаларҙың йәйге ялы районда юғары кимәлдә ойошторола, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Уҡыусылар йыл да рәхәтләнеп көндөҙгө лагерҙа, шулай уҡ тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Ал елкән” балалар сәләмәтләндереү лагерында ял итә, тәмле итеп ашай, уйындар уйнай, һаулыҡтарын нығыта.

"Ал елкән"дә күңелле!"Ал елкән"дә күңелле!
"Ал елкән"дә күңелле!

Балаларҙың йәйге ялы районда юғары кимәлдә ойошторола, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Уҡыусылар йыл да рәхәтләнеп көндөҙгө лагерҙа, шулай уҡ тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Ал елкән” балалар сәләмәтләндереү лагерында ял итә, тәмле итеп ашай, уйындар уйнай, һаулыҡтарын нығыта. Былтыр пандемияға бәйле, лагерҙарҙың эше кисектерелгәйне. Быйыл мәктәп яны лагерҙары эшләүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Әле, ниһайәт, “Ал елкән” дә балаларҙы үҙ ҡосағына йыйыҙы. Мин лагерь тормошо менән яҡындан танышыу өсөн Сөләймән ауылына юлландым.

Барып инеү менән, үҙгәрештәр күҙгә салынды. Быға тиклем барлығы өс корпус эшләп килһә, быйыл улар икәү ҡалған, ә өсөнсө бина урынында – матур сәскәлектәр. Был сәскәләр, яңы ғына сәңгелдәктәр, буялған беседкалар лагерҙы сағыу төҫкә мансып, уғата йәмлерәк итә.

“Баласаҡ йәйғоро” программаһы буйынса ойошторолған был сменала ете педагог: дүрт әйҙәүсе, музыка һәм физкультура етәкселәре, педагог-психолог эшләй. Педагогтар бер-береһе менән уртаҡ тел табып, балаларҙың ялын ойоштороу йәһәтенән тырышып эшләй. Инде алтынсы йыл лагерҙы уңышлы етәкләүсе Байрас Фәтих улы Ҡансурин уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн кәңәшсе лә, дуҫ та.

– Быйыл өс смена үткәреү күҙаллана. Әлегеһе – “Баласаҡ йәйғоро”, ә киләһе смена “Йәйләү” программа буйынса үтәсәк. Был сменалар 21 көн була, – тип Байрас Фәтих улы пладар менән таныштыра. – Ә өсөнсө – һәләтле балалар, төрлө ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән спортсмендар һәм “Йәш спецназ”  профилле сменаһы ете көн дауам итәсәк. Ул тулыһынса район бюджетынан финансыланасаҡ.

Тулыраҡ "Ейәнсура таңдары" гәзитенең 57-се һанында уҡый алаһығыҙ.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас