

Ҡандра-Күл ауылы егете тыуған яғынан меңәр километр алыҫлыҡта фажиғәле вафат була. Ул Санкт-Петербург ҡалаһына аҡса эшләү маҡсаты менән сығып китә. Йәш егет әле ғаилә лә ҡороп өлгөрмәй.
7 июлдә дуҫтары менән һыу инергә бара һәм бата. Береһе лә был хәлдең нисек, ҡасан булғанын күрмәй, белмәй. Мәйеттең кәүҙәһен бер аҙна үткәс кенә табалар. Уны ла тик бармаҡ эҙҙәренән генә таныйҙар.
Мәрхүмде ағалары алып ҡайтып, тыуған ауылында күмергә ниәтләйҙәр.