

– Был кеше ысынлап та яуыз булһа, уның менән ни эшләһәгеҙ ҙә эшләрһегеҙ. Әгәр ҙә ул яуыз булмаһа, мин нисек теләйем, шулай эшләрһегеҙ, – ти Уҡытыусы.
Халыҡ унын әйткәне менән килешә, сөнки улар был бурҙың яуыз икәненә ныҡлап инанған була. Уҡытыусы бур эргәһенә килә һәм: "Һин ысынлап та бурмы?" – тип һорай. "Эйе", – ти бур. "Һин был кешеләрҙең өйҙәренә төшөп, әйберҙәрен, ҡош-ҡортон урланыңмы?" – тип һорай Уҡытыусы. "Эйе" – тип яуаплай бур. Халыҡ: "Ниңә уның менән тел әрәм итәһегеҙ. Үҙенең бур икәнен үҙе үк әйтеп тора бит..." тип шаулаша башлай. Уҡытыусы һорау алыуҙы дауам итә һәм:"Ә ни өсөн һин урлаштың?" – ти. "Минең балаларым ашарға теләй. Ҡатынымдың йүнле кейеме лә юҡ, һыуыҡта ла яланаяҡ йөрөй. Уларға ҡарап, йөрәгем өҙөлә. Мин балаларымды ас итмәҫ өсөн урлашыуға барҙым..." – ти бур. Шул саҡ Уҡытыусы ҡарашын халыҡҡа йүнәлтә һәм былай ти: "Әгәр ҙә был кешенең урлашыу сәбәбе уҫал ниәттән тип иҫәпләйһегеҙ икән, уны баҙға төшөрөп ябып ҡуя алаһығыҙ. Әгәр ҙә был кешенең урлашыу сәбәбе изге ниәттән икән, тимәк, уны яуыз тип атап булмай. Ул саҡта һеҙ мин сығарған хөкөм менән килешергә тейешһегеҙ..."
Халыҡ тынып ҡала, берәү ҙә Уҡытыусының әйткәненә ҡаршы килергә батырсылыҡ итмәй. Уҡытыусы дауам итә: "Был кешегә кейемдәр һәм аҙыҡ килтерегеҙ. Уға үҙегеҙҙең ышанысығыҙҙы белдерегеҙ һәм ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Шул саҡта һеҙҙең хөкөмөгөҙ ғәҙел булыр. Үс алыуҙы икейөҙлөләргә, Алла хәҡиҡәтен белмәгәндәргә ҡалдырайыҡ. Һеҙ артабан да шулай итегеҙ: кемдер юлдан яҙа икән, уға бәләгә ҡалған үҙ ағайығыҙға ҡараған кеүек ҡарағыҙ. Шул саҡта йөрәгегеҙ ғәҙел хөкөмдө үҙе сығарыр...