Йәмғиәт Общество
23 Июля 2021, 11:28

Туп һыуға батмай ҙа бит...

Өс малай күлдә туп менән уйнап йөрөй ҙә, туп артынан төпкәрәк йөҙәләр. Шул мәлдә малайҙарҙың береһе һыу аҫтына китә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Туп һыуға батмай ҙа бит...Туп һыуға батмай ҙа бит...
Туп һыуға батмай ҙа бит...

Кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының башҡортостан буйынса идаралығына Учалы районы Өргөн күлендә 13 йәшлек үҫмер батыуы тураһында хәбәр килә. Күреүселәр һөйләүенсә, өс малай күлдә туп менән уйнап йөрөй. Шунан төпкәрәк киткән туп артынан йөҙәләр. Шул мәлдә малайҙарҙың береһе һыу аҫтына китә. 

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә балалар махсуслаштырылмаған урында һыу ингән, күлдә һыу инеүҙе тыйған аншлагтар ҡуйылған. 

Ваҡиға урынына Учалы водолаздары юллана. Баланың кәүҙәһен күлдән улар сығара.

23 июлгә ҡарата экстрен хеҙмәттәр һыуҙағы хәлдәргә бәйле 127 хәбәр алған. Шуларҙа һыуҙан 129 үлгән кешенең, шул иҫәптән 15 баланың кәүҙәһе сығарылған. Шуларҙың 57-һе, шул иҫәптән 11 бала һыуға батып үлгән.

Автор:Альмира Аюпова