Йәмғиәт Общество
25 Июля 2021, 04:55

Ҡыҙ өсөн бер туған ҡустыһына бысаҡ ҡаҙай

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәбә итә...

Ҡыҙ өсөн бер туған ҡустыһына бысаҡ ҡаҙайҠыҙ өсөн бер туған ҡустыһына бысаҡ ҡаҙай
Ҡыҙ өсөн бер туған ҡустыһына бысаҡ ҡаҙай

Был хәл Стәрлетамаҡ районында була. Фараз ителеүенсә, 37 йәшлек ир үҙенең һөйгән йәре менән 29 йәшлек ҡустыһына ҡунаҡҡа килә. Эсеп алған ирҙәр ҡыҙ өсөн бәхәсләшеп китә. Бирләнеп киткән ағаһы, ҡулына бысаҡ алып, ҡустыһының эсенә сәнсә. 

Яралыға "ашығыс ярҙам" саҡыралар. 

Енәйәтсене Стәрлетамаҡ ҡалаһында тотоп алалар. Билдәле булыуынса, был иргә ҡарата енәйәт эше тәүгә ҡуҙғатылмай.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас