

Бер аҙ уйлап торғандан һуң аҡһаҡал шулай ти:
– Һин мин кәнәш иткәнде эшләргә вәғәҙә бирәһеңме?
– Вәғәҙә бирәм, - ти кеше, - һеҙ әйткәндәрҙең барыһын да үтәйәсәкмен...
– Ярай, улайһа. Ҡураңда малдарын бармы?
– Бар. Һыйыр, кәзәләр, тауыҡтар... – тип һанап китә кеше.
– Уларҙың барыһын да үҙегеҙ йәшәгән өйгә күсер. Бер аҙнанан килерһен, – тип һүҙен тамамлай аҡһаҡал.
Кеше аптырап ҡала, әммә хөрмәтле аҡһаҡалға вәғәҙә биреп өлгөрҙө бит, уны үтәмәй сараһы юҡ. Шуға ла өйөнә ҡайта ла аҙбарҙағы хайуандарын йортона ҡыуалап индерә. Бер аҙна үткәс, тағы аҡһаҡалға килә. Уға ҡарап тороуы ҡыҙғаныс була: йонсоған, хәлһеҙләнгән.
– Мин башҡаса булдыра алмайым, хөрмәтле аҡһаҡал. Беҙҙен йорттағы шау-шыу, бысраҡтан барыбыҙ ҙа аҡылдан яҙыу сигендәбеҙ, – ти кеше.
– Хәҙер өйөнә ҡайт, малдарынды кире аҙбарына ҡыуалап сығар, – ти аҡһаҡал.
– Теге кеше йортона йүгереп ҡайта. Икенсе көндө ул аҡһаҡалға тағы килә һәм: «Тормош шул тиклем матур икән! Малдарҙы сығарғас, барыһы ла яҡшы, таҙа булып ҡалды. Өйөбөҙ ожмахҡа әйләнде...» – ти ул шатлыҡтан балҡып».
Бына шулай, йәшәйешеңдең ҡәҙерен белер өсөн күпкә насарыраҡ шарттарҙа йәшәп ҡарау ҙа етә.