Йәмғиәт Общество
29 Июля 2021, 05:45

Ижад та, оҫта ла үҫешергә тейеш

Фольклориада – халыҡтар дуҫлығын, йолаларыбыҙҙы, тамырҙары­быҙҙы һаҡлау символы. Мөһим сара сиктәрендә беҙ бөтә донъяның мәҙәниәттәре менән таны­шып ҡалмай, сит ил ҡунаҡтарына башҡорт халыҡ ижадын тәҡдим иттек. Ошо донъя кимәлендәге мәҙәни сарала, “Фольклориада йөрәге” күргәҙмәһендә Яңыбайҙа йәшәүсе ҡумыҙ оҫтаһы Фуат Ҡужахмәтов ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ижад та, оҫта ла үҫешергә тейешИжад та, оҫта ла үҫешергә тейеш
Ижад та, оҫта ла үҫешергә тейеш

 – Сит ил ҡунаҡтары бөтәһе лә бик ихлас, тик бер проблема – телде белмәү генә аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар ҡумыҙҙы оҡшатыуын аңланым. Хатта Американан килгән ҡунаҡ уйнап та ҡараны. Албанец бик ҡыҙыҡһынды. Әйткәндәй, албан халҡы ла мосолман икән, ҡумыҙға оҡшаш музыка ҡоралдары ла бар. Хатта биҙәүестәре лә башҡорттоҡона тартым, – ти Фуат ағай күргәҙмәлә ҡатнашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Өс көн көн ҡатнашҡан ул сарала. Ҡаршыһында ғына урынлашҡан сәхнәлә төрлө илдән килгән төркөмдәрҙең сығышын ҡыҙыҡһынып ҡараған, үҙебеҙҙең сәнғәт менән дә яҡындан танышҡан. Ни өсөн беҙҙең районда ла башҡа төр кәсептәрҙе тергеҙмәҫкә? Шундай уйҙар менән ҡайтҡан оҫта баш ҡаланан. Күпләп кәзә-һарыҡ аҫырайбыҙ. Дебеттән шәл бәйләүҙән тыш, һарыҡ йөнөн иләп, төрлө төҫтәргә буяп, сағыу балаҫтар һуғырға мөмкин. Ваҡ мал тиреһен эшкәрткән осраҡта бынамын тигән уҡ яндары, дөңгөр кеүек музыка ҡоралдары эшләүҙе яйға һалырға була икән. Йылдан-йыл халыҡ ижады өлгөләренә һорау артҡанда быны шәп кәсепкә әйләндерергә лә була. Ә үҙе шөғөлләнгән ҡумыҙ тураһында һүҙ сыҡҡас, Фуат ағай шулай уҡ күпселек заказдарҙы һырт яҡ райондарҙан булыуын, күрше Мораҡта йәш быуынға ҡумыҙ серҙәрен өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләне.

– Ижад кешеһе бер урында тапанмаҫҡа, бер генә нәмәгә йәбешеп ятмаҫҡа тейеш. Оҫталарға бындай күргәҙмәләргә мотлаҡ барырға, күрергә, үҙенә яңылыҡтар алырға кәрәк, – ти башҡа райондарҙан килгән оҫталар менән аралашып, киләсәккә яңы уй-ниәттәр менән  ҡайтҡан Фуат ағай.

 

Автор:Альмира Аюпова