Йәмғиәт Общество
3 Августа 2021, 14:35

Икәүләп ун дошманды ҡулға алғандар

Добавить в предпочтительные источники Google
Хажмөхәмәт ЙәғәфәровХажмөхәмәт Йәғәфәров
Хажмөхәмәт Йәғәфәров

Яҡташыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында 77 йылдан һуң билдәле булды

Ибрай ауылынан фронтҡа киткән Йәғәфәров Мөхәммәт Исламғол улы, 1922 йылғы. (Интернетта Хажмухамет, Мурзамухамет тип тә яҙылған). Уның балалары, ейәндәре бар микән? Булһа, был яҙмалар уларҙың күңеленә хуш килер тип уйлайым.

Минең әтейем Нафиҡ Йәһүҙин да һуғыш ветераны ине. Ул Төньяк-Көнбайыш фронтта була. Башта миномет отделениеһы командиры, ә 1942 йылдың июленән «Ватан өсөн» тип аталған татар телендә сығыусы фронт газетаһында эшләй башлай. Шул газетала эшләгән ваҡытында ул, алғы һыҙыҡҡа йәки эвакогоспиталдәргә барып, башҡорт, татар һуғышсылары менән осрашҡан һәм уларҙың һөйләгәндәрен яҙып алып, газетала баҫтырған. Шул яҙмалар араһынан күрше Ейәнсура районы кешеһе килеп сыҡҡас, мине был бик ҡыҙыһындырҙы. Бына ул яҙма.

27.04.1944.

Йәғәфәров Мөхәммәт Исламғол улы. Комсомолец, сержант, белеме һигеҙ класс. Фронтта 1942 йылдың 25 июленән. Учебный батальондан һуң (август 1942) станоклы пулемет отделениеһы командиры. Үҙәк фронт. Брянск-Орел йүнәлешендә һуғыштарҙа ҡатнаша...

28.01.43 – 7.02.43 ун көнлөк ҡаты һуғыштар, һөжүм һуғыштары була.

Рота командиры һуғышсан приказ бирә: бейеклекте алырға һәм алға китергә. Ныҡлы артиллерия әҙерлеге була, авиация бомбаға тота, танкылар ҡуҙғала, уның артынан пехота. Пулемет менән поддерживать итергә кәрәклек тә ҡалмай. Бейеклек алына, 4-5 километр һуғышһыҙ алға кителә. Немецтар бик күп ҡырыла. Унан һуң ауыл алына, дошман икенсе ауылға ҡәҙәр сигенә (улар, ғәҙәттә, ауылдан ауылға сигенәләр). Икенсе ауылға разведка барып, ауылда немецтар барын белеп килә. Һуғыш. Немецтар тиҙ сигенә... Өсөнсө маҡсат – район үҙәге Мало-Архангельск (Орел өлкәһе). Һуғыш ике көн бара: 31 ғинуар – 1 февраль. Ҡала алына, 50 километр алға кителә.

Полк икенсе йүнәлешкә ташлана (обход-маневр).

2 - 3 февраль – юлда булалар.

4 февраль – Метрофановка ауылы өсөн һуғыш һәм ауыл алына.

5 февраль – мунса инеү көнө.

6 февраль – «Исемһеҙ бейеклек» өсөн һуғыш. Бейеклек алына һәм йылғаға барып туҡтайҙар.

Йылғаны кисеү ваҡытында Йәғәфәров ҡаты яралана: мина китеге менән уң бото һәм башы яралана...

Мало-Архангельск ҡалаһы өсөн һуғыш

Иртәнге сәғәт биш-алты тирәһе, аяҙ көн. Төшкө ун икегә ҡалаға йырып инергә приказ бирелә. Сәғәт алтыла һөжүм башлана. Дошмандың өс ҡатлы нығытылған траншеялары була – бер-берһенән 400 метр йыраҡлыҡта. Уңғансы бәләкәй генә йылға була. Йылғаны сығып, һуғышсан тәртиптә исходный рубеж алалар. Йәғәфәров отделениеһы һул флангта. Йәғәфәровҡа ротаның беренсе һәм икенсе взводтарын ут менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә.

Һауаға ҡыҙыл ракета күтәрелә – һөжүм өсөн сигнал. Сигнал булғанға тиклем үк Йәғәфәровҡа отделениеһы менән исходный рубеждан 100 метр алғараҡ барып урынлашыу бурысы йөкмәтелә. Улар барып урынлашҡансы уларҙы автоматсылар поддерживать итеп тора.

Артиллерия әҙерлеге... Немецтар траншеянан сығып ҡаса башлай. Йәғәфәров отделениеһы уларҙы пулеметтан ҡыра. Отделение 18 немецты үлтерә. Ут нөктәләрен тонсоҡтороп, пехотаға хәрәкәт мөмкинлеге тыуҙыралар...

Немецтарҙың иң яҡшы нығытылған траншеялары беренсе траншея була: унда дзот, дот һ.б. Ҡалғандарынан улар тиҙ китә.

Батальон ҡалаға барып инә. Һөжүм барышында отделение урамда ут алып бара. Йәғәфәров автомат менән һәм взвод командиры наган менән, ҡарап сығыр өсөн, ике ҡатлы йортҡа барып инәләр. Ингәс тә, хужа ҡатын, өйҙә немецтар барын ымлап күрһәтә. Инәләр. Унда ун дошман араҡы эсеп ултыра. Взвод командиры: «Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ!» – ти. Тегеләр бирелә.

Йәғәфәров автоматын тотоп тора, взвод командиры тентей һәм тентегән береһен икенсе ситкә сығара бара... Билеттары буйынса, алтыһы немец, дүртәүһе украинец икәне билдәле була...

Батальон командиры немецтарҙы тылға ебәрергә, ә дүрт украинецты атырға ҡуша. Икеһен – Йәғәфәров, икеһен взвод командиры ата...

Нафиҡ ЙӘҺҮҘИН.

Баҫырға әҙерләне: Марс ЙӘҺҮҘИН, Рәсәй һәм Татарстан Яҙыусылар берлектәре ағзаһы.

Редакциянан. Был хат беҙҙең почтаға Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында тыуған, хәҙер Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе Марс Йәһүҙиндан килде.

Беҙгә билдәле булыуынса, Ибрай ауылында Йәғәфәровтар Мырҙамөхәмәт тә, Хажмөхәмәт тә булды, улар бер туғандар, икеһе лә һуғыш ветерандары. Pamyat-naroda.su сайтындағы мәғлүмәткә ярашлы Хажмөхәмәт Йәғәфәров 1922 йылда тыуған, тимәк, Нафиҡ Йәһүҙиндың яҙмаларында һүҙ уның тураһында бара.

Фотола: Хажмөхәмәт Йәғәфәров.

Фото: Рәшиҙә Хажмөхәмәт ҡыҙы Йәғәфәрованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Юлай Мурзабаев